23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
Февраль 19, 2025
Просмотров: 500
23 февраль Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған матур сара Күбәләк төркөмөндә лә ойошторолдо. Был сарала атайҙар һәм балалар ҡатнашты. Атайҙар һәм балалар төрлө һынауҙар аша үтте, һорауҙарға тапҡыр яуап бирҙе. Сәмле уйындарҙан һуң балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләк-асылмаларын алып, ҡәнәғәт булдылар.