"Минең тыуған ерем Башҡортостан!"
Октябрь 10, 2025
Просмотров: 182
Балалар баҡсаһы "Тирмәкәйҙә " Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан тематик саралар үткәрелде. Сараның маҡсаты — балаларҙа тыуған яҡҡа, башҡорт халҡына, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү. Балалар дәүләт символдары, республиканың күренекле урындары менән танышты, башҡорт халыҡ йырҙарын йырланы, бейеүҙәр башҡарҙы, милли уйындарҙа ҡатнашты. Шулай уҡ “Минең Башҡортостаным” исемле рәсем күргәҙмәһе һәм шиғри минуттар ойошторолдо. Байрам күңелле уйындар, йыр-бейеү һәм уртаҡ фотолар менән тамамланды.


