1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Әсәйҙәр көнөнә"

"Әсәйҙәр көнөнә"

Ноябрь 25, 2025 Просмотров: 34
"Әсәләр көнөнә айҡанлы"
Бөгөн "Күбәләк" башҡорт төркөмөндә Әсәйҙәр көнө айҡанлы йылы һәм иҫтәлекле иртәлек булды. Тантанаға әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр саҡырылды. Балалар ҡунаҡтарын йомшаҡ һүҙҙәр, йылы йылмайыуҙар менән ҡаршы алды.
Сара барышында кескәйҙәр матур йырҙар йырлап, йәнле итеп шиғырҙар һөйләп, әсәйҙәренә булған һөйөүен һәм ихтирамын сағылдырҙы. Әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы – улар уйындарҙа әүҙем ҡатнашып, балалары менән бергә күңел асты.
Кескәй ҡыҙҙарҙың дәртле «Биҙрә» бейеүе байрамға айырым йәм өҫтәне. Шулай уҡ һәр бала үҙенең әсәһе өсөн махсус «Әсәйем портреты»н төшөрөп, ихлас күңелдән әҙерләнгән бүләктәрен тапшырҙы.
Иртәлектең аҙағында барыһы бергә иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Байрам йылы мөхәббәт, ихтирам һәм матур тәьҫораттар менән һуғарылды.
#МБДОУдетскийсадаКВТеремокАрхангельское
#Архангельскийрайон
#МКУОтделобразованияархангельскийрайон